9 Һин үҙеңә тиклем булғандарҙың барыһына ҡарағанда ла күберәк яман эштәр ҡылдың. Минән баш тарттың һәм үҙеңә башҡа илаһтар яһап, алтындан ҡойолма илаһтар яһатып, асыуыма тейҙең.
Ярандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Яровғам алтындан ике үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙорҙо һәм халыҡҡа: – Бүтәнсә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә йөрөүҙең кәрәге юҡ, – тип иғлан итте. – Эй Исраил, һине Мысыр еренән алып сыҡҡан аллалар бына ошо.
Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.
Йәһүҙә халҡы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылып, үҙҙәренең гонаһтары менән Раббыны аталарына ҡарағанда ла нығыраҡ асыуландырҙы.
Батша булыр-булмаҫтан, Бағша Яровғамдың бөтә ғаиләһен ҡырып бөтөрҙө – Яровғамдың нәҫелен тотош юҡ итте, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Раббының Шилола ҡоло Ахияһ аша әйткән һүҙҙәре бына шулай бойомға ашты.
Былар барыһы ла Яровғамдың гонаһтары һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн булды. Исраил Аллаһы Раббының уға асыуы бик ҡаты ине.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған Яровғамдың юлынан китте.
Ғомри Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды. Ул үҙенән алда булған бөтә батшаларға ҡарағанда ла күберәк яуызлыҡ эшләне.
Ғомри улы Ахав Раббы хуш күрмәгән шундай яман эштәр ҡылды, унан алда тәхеттә ултырған батшаларҙың береһе лә ул тиклем яуызлыҡ эшләмәгәйне.
Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.
Шулай уҡ ул Ашераға табыныр өсөн ҡолға ҡуйҙыртты. Шул рәүешле Ахав Исраил Аллаһы Раббының асыуын ҡабартырҙай яман эштәрҙе үҙенә тиклемге Исраил батшаларының барыһына ҡарағанда ла күберәк ҡылды.
Атаһы Хизкияһ емерткән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙҙо. Исраил батшаһы Ахав кеүек Бәғелгә ҡорбан усаҡтары төҙөттө, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙырҙы, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табынды.
Әммә Менашше үҙенең хилаф эштәре менән Раббыны ныҡ асыуландырғанға күрә, Раббы Йәһүҙәгә ҡаршы ялҡынланған ярһыуынан ваз кисмәне.
Әммә ул Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының яман эштәрен дауам итте, уларҙан баш тартманы.
Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарына үҙ ҡаһиндарын тәғәйенләй. Улар Яровғам яһаттырған кәзә тәкәһе, башмаҡ һындарына табына.
Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра.
Улар нығытылған ҡалаларҙы һәм уңдырышлы ерҙәрҙе баҫып алды, һәр төрлө байлыҡ менән тулған йорттарға, ташта уйып яһалған һыу соҡорҙарына, йөҙөм һәм зәйтүн ағасы баҡсаларына, бик күп емеш ағастарына хужа булды. Улар ашап-эсте, туйҙы, һимерҙе һәм Һинең сикһеҙ рәхмәт-мәрхәмәтеңдән ләззәтләнде.
Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.
Ул ғәрәсәтте туҡтата, Тулҡындар шунда уҡ тыныслана.
Эй бөйөк Хаким, ауыҙымды ас, Телем Һиңә маҡтау һүҙҙәре һөйләр.
Үҙеңә ҡойолма илаһтар яһама.
Меңдәрсә кешеләргә мөхәббәтеңде күндерәһең, әммә аталарының гонаһтары өсөн аҙаҡтан балаларынан түләтәһең. Эй бөйөк һәм ҡеүәтле Алла! Күк ғәскәрҙәре Раббыһылыр Һинең исем-атың!
Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.
Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һин Мине оноттоң, Миңә артың менән боролдоң, шуға күрә әхлаҡһыҙлығыңдың һәм фәхешлегеңдең язаһын күр».
Ул миңә былай тине: – Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр!
Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.
Боттарға табынмағыҙ, үҙегеҙгә ҡойолма илаһтар яһамағыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме?
Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.
Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ.
Яңы илаһтар һайлағас, Һуғыш ҡала ҡапҡаһы алдына килде. Шул саҡ ҡырҡ меңлек Исраил халҡы ҡулында Ҡалҡан да, һөңгө лә күренмәне.