Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 14:27 - Изге Яҙма

27 Рехавғам батша улар урынына баҡыр ҡалҡандар яһатты һәм батша һарайының ишектәрен һаҡлаған ҡарауыл башлыҡтары ҡарамағына тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 14:27
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Урияһ өйөнә ҡайтманы, хакимының башҡа хеҙмәтселәре менән бергә батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә йоҡланы.


Шунан һуң Авшалом үҙенә арбалары менән аттар һәм алдан йүгереп барырға иллеләп нөгәр хәстәрләне.


Шул осорҙа Исраил батшаһы Яровғамдың улы Авияһ ауырып китте.


Батша Раббы ҡорамына ингән һайын, һаҡсылар был ҡалҡандарҙы тотоп килә, аҙаҡтан йәнә һаҡсылар бүлмәһенә индереп ҡуя торған булды.


Раббы Ахияһҡа: – Оҙаҡламай танымаҫлыҡ итеп кейенеп Яровғамдың ҡатыны килер. Ауырыған улы тураһында һорашыр. Һин уға шулай-шулай тип әйтерһең, – тип алдан хәбәр итеп ҡуйғайны.


Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.


Шунан ул йөҙ баштары, йәнһаҡсылары, һарай һаҡсылары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыҡты. Улар Һаҡсылар ҡапҡаһы аша батшаны һарайға алып килделәр. Йоаш батша тәхетенә ултырҙы.


Етенсе йылда Йеһоядағ ҡаһин батшаның йәнһаҡсыларын һәм һарай һаҡсыларының йөҙ баштарын саҡыртты. Уларҙы үҙ янына – Раббы ҡорамына йыйҙы һәм, был кешеләр менән килешеү төҙөп ант иттергәндән һуң, батша улын күрһәтте.


Шунан эргәһендә торған йәнһаҡсыларына: – Барығыҙ, Раббының ҡаһиндарын үлтереп ташлағыҙ! Улар ҙа Дауыт менән бер һүҙле. Уның ҡасҡанын белә тороп, миңә хәбәр итмәгәндәр, – тип әмер бирҙе. Әммә батшаның хеҙмәтселәре Раббының ҡаһиндарына ҡул күтәрергә баҙнат итмәне.


Былай тине: – Һеҙгә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары ошолар булыр: ул һеҙҙең улдарығыҙҙы алыр һәм үҙенең яу арбаларын йөрөтөргә ҡуйыр, атҡа атландырыр. Уның яу арбалары алдынан сабырҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ