Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 14:26 - Изге Яҙма

26 Ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талап алды, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән бөтә алтын ҡалҡандарҙы ла алып китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 14:26
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:


Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы.


Йәһүҙә батшаһы Йоаш үҙенә тиклем булған Йәһүҙә батшалары Йеһошафат, Йеһорам, Ахазъяһ һәм үҙе тарафынан ҡорамға бағышланған барлыҡ изге әйберҙәрҙе, Раббы ҡорамының һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә һаҡланған бөтә алтынды алып, Арам батшаһына ебәрҙе. Бынан һуң Хазаил Йәрүсәлимдән сигенде.


Бынан һуң ул Раббы ҡорамында һәм батша һарайының хазина келәттәрендә булған бөтә алтын-көмөштө, затлы һауыт-һабаны талап алды. Байтаҡ халыҡты аманат итеп Самарияға алып ҡайтып китте.


Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.


Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була, ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ