17 Яровғамдың ҡатыны Тирсаға ҡайтып китте. Өйөнөң тупһаһын аша атлап инеү менән бала үлде.
Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтап, Тирсаға әйләнеп ҡайтты.
Йәһүҙә батшаһы Асаның өсөнсө йылында Ахияһ улы Бағша Тирсала Исраилға батша булды һәм егерме дүрт йыл тәхеттә ултырҙы.
Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында Исраил тәхетенә ултырған Зимри Тирсала ете көн батша булып торҙо. Ул саҡта Исраил ғәскәре пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине.
Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ беренсе йылында Ғомри Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. Шуның алты йылы Тирсала үтте.
Тирсанан Самарияға Менахем Ғади улы килеп Шаллум Явеш улын үлтерҙе һәм урынына тәхеткә ултырҙы.
Тирса ҡалаһылай гүзәлһең һин, йәрем. Йәрүсәлим кеүек һөйкөмлөһөң, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтлеһең.
Тирса батшаһы, йәмғеһе – утыҙ бер батша.