13 Уны бөтә Исраил халҡы йәш түгеп оҙатыр. Әммә Яровғам ғаиләһенән бары ул ғына ҡәбергә инер, сөнки Исраил Аллаһы Раббы Яровғам нәҫеленән бары шул балала ғына яҡшы нәмә тапты.
Бөтә Исраил халҡы, Раббы Үҙенең ҡоло Ахияһ пәйғәмбәр аша әйткәнсә, баланы ҡәҙерләп ерләне һәм уның өсөн йәш түкте.
Рехавғам үҙенең ғәйебен танығас, Раббының асыуы уға төшмәй, уны бөтөнләйгә һәләк итмәй, сөнки Йәһүҙәлә яҡшы нәмәләр ҙә булған була бит.
Ярай әле һинең яҡшы эштәрең дә бар. Һин Ашераның ҡолғаларынан арындырҙың, йөрәгеңде Алланы эҙләүгә бағышланың.
Әгәр ҙә: „Нисек беҙ уны эҙәрләйек? Яуызлыҡтың тамыры үҙендә бит һуң“, – тиһәгеҙ,
Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.
Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.
Бөтә йәмғиәт Һарундың донъя ҡуйғанын белде. Тотош Исраил халҡы утыҙ көн буйына Һарун өсөн ҡайғырып илашты.
Бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ иманыбыҙ һине беҙ Мәсихтә өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам.