1 Шул осорҙа Исраил батшаһы Яровғамдың улы Авияһ ауырып китте.
Наҫан шулай тине лә өйөнә ҡайтып китте. Раббы Дауыттың Урияһтың ҡатыны табып биргән балаһын ауыр сиргә дусар итте.
Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.
Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.
Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерҙе.