Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 13:9 - Изге Яҙма

9 Сөнки Раббы миңә: «Унда икмәк ашама, һыу эсмә, барған юлыңдан ҡайтма», – тип бойорҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 13:9
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде.


Шулай тигәндән һуң, Алла бәндәһе Бейт-Илгә килгән юлынан түгел, икенсе яҡтан китеп барҙы.


– Юҡ, мин һинең менән кире бара, өйөңә инә алмайым, – тине Алла бәндәһе. – Бында һинең менән бергә икмәгеңде ашай, һыуыңды эсә алмайым.


Ә Алла бәндәһе кире боролоп уның өйөнә барҙы, икмәк ашаны, һыу эсте.


– Хатта ярты батшалығыңды бирәм тиһәң дә бармайым, был ерҙә икмәк тә ашамайым, һыу ҙа эсмәйем, – тип яуапланы Алла бәндәһе. –


Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.


Уң яғыма ҡара ла күр, Бер кем дә мине һанламай. Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы, Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ.


Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ.


Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ.


Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа.


Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.


Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Бабилдың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.


– Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ