8 – Хатта ярты батшалығыңды бирәм тиһәң дә бармайым, был ерҙә икмәк тә ашамайым, һыу ҙа эсмәйем, – тип яуапланы Алла бәндәһе. –
Сөнки Раббы миңә: «Унда икмәк ашама, һыу эсмә, барған юлыңдан ҡайтма», – тип бойорҙо.
– Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте.
Уң яғыма ҡара ла күр, Бер кем дә мине һанламай. Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы, Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ.
– Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.
Шул уҡ көндө фирғәүен ҡарап эшләтеүселәргә лә, мөдирҙәргә лә:
Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул, Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн, фирғәүенгә еткерер.
Ләкин Билғам Балаҡтың илселәренә былай тип яуап бирҙе: – Балаҡ хатта алтын-көмөш тулы йортон бирһә лә, Аллам Раббының бойороғона ҡаршы төшә алмайым, бәләкәй генә эш тә, ҙур ғәмәл дә ҡыла алмайым шул.
Билғам уларға былай тине: – Был төндө ошонда ҡунығыҙ, Раббы миңә ни тиһә, шуны яуап итеп һеҙгә әйтермен. Моав вәзирҙәре Билғам янында ҡалды.
Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.
– Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.