Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 13:6 - Изге Яҙма

6 Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 13:6
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тап шул мәлдә Раббының Алла бәндәһе аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты: ҡорбан усағы сатнаны һәм көлө ергә түгелде.


Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын.


Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.


– Ярай, мин һеҙгә Аллағыҙ Раббыға сүлгә сығып ҡорбан килтерергә рөхсәт итермен, бары тик йыраҡ китмәгеҙ. Минең өсөн дә доға ҡылығыҙ, – тине фирғәүен.


Улар үҙеңә лә, бөтә халҡыңа ла, хеҙмәтселәреңә лә маҙа бирмәҫ».


Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.


Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!


Сидкияһ батша Шәләмъяһ улы Йеһухал менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһ пәйғәмбәргә: «Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға доға ҡылһаңсы», – тип әйтергә ебәрҙе.


Бейт-Ил халҡы Раббының илтифатын ҡаҙаныр өсөн Саресерҙы, Рәгәм-Мәләхте һәм уларҙың кешеләрен Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡорамындағы ҡаһиндарҙан һәм пәйғәмбәрҙәрҙән: «Оҙаҡ йылдар беҙ бишенсе айҙа хәсрәткә сорналып ураҙа тотабыҙ. Артабан да шулай итәйекме?» – тип һорарға ебәргәйне.


Шунан Муса Раббыға: – Эй Аллам, ялбарам һиңә, уны һауыҡтыр! – тип ялбарҙы.


Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ.


Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар.


Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.


– Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон.


Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ.


Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.


Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ