3 Ошо көндө Алла бәндәһе үҙенең һүҙҙәрен билдә менән раҫлап былай тине: – Был һүҙҙәрҙең Раббы тарафынан әйтелеүенең билдәһе шул булыр: ҡорбан усағы сатнар һәм эсендәге көлө ергә түгелер.
Яровғам батша Алла бәндәһенең Бейт-Илдә ҡорбан усағы хаҡында әйткәндәрен ишетеп, ҡулын ҡорбан усағынан алып уға табан һуҙҙы ла: – Тотоғоҙ уны! – тип бойорҙо. Шул саҡ уның Алла бәндәһенә һуҙылған ҡулы ҡатып ҡалды, кире бөгөлмәне.
– Раббының мине һауыҡтырырына һәм өсөнсө көн Раббы ҡорамына бара аласағыма ниндәй билдә булыр? – тип һораны Хизкияһ.
Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны.
Муса менән Һарун, фирғәүенгә килеп, Раббы ҡушҡанса эшләне. Һарун фирғәүендең һәм уның хеҙмәтселәренең алдында таяғын ергә ташлап ебәргәйне – таяҡ йыланға әйләнде.
Хизкияһ иһә: – Раббының ҡорамына йөрөй алырыма ишара иткән ниндәй билдә булыр? – тип һораны.
Башығыҙға бәлә ебәреремде, әйткәндәремде ғәмәлгә ашырасағымды белеп тороғоҙ, – тип белдерә Раббы. – Һеҙҙе ошо урында язалаясағымдың дәлиле шул:
Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: – Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны.
Йәһүдтәр мөғжизәләр талап итә, гректар зирәк аҡыл эҙләй.
Быға Гидғон: – Әгәр күңелеңә хуш килгәнмен икән, минең менән ысынлап та Һин һөйләшкәнде белдергән берәй билдә бир, – тине. –
Улдарың Хофни һәм Пинхас менән буласаҡ хәл һинең өсөн билдә булыр: улар икеһе бер көндө үләсәк.