Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 13:26 - Изге Яҙма

26 Алла бәндәһен юлынан кире борған пәйғәмбәр был хаҡта ишетеп: – Раббының әйткәнен тотмаған Алла бәндәһе ул, – тине. – Шуның өсөн Раббы уға ҡаршы арыҫлан ебәргән һәм арыҫлан уны талап үлтергән. Шулай итеп Раббының әйткән һүҙе бойомға ашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 13:26
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине һанға һуҡмағаның һәм хитти Урияһтың ҡатынын алғаның өсөн ҡылыс мәңге йортоң өҫтөндә эленеп торор».


Әммә был ҡылығың менән һин Раббыны һанламағаныңды күрһәттең. Шуға күрә яңы тыуған улың үләсәк.


Юлдан үтеп барған кешеләр ерҙә ятҡан мәйетте һәм уның янында торған арыҫланды күреп, ҡарт пәйғәмбәр йәшәгән ҡалаға барып һөйләне.


Шунан ул улдарына ишәк эйәрләргә ҡушты. Әҙер булғас, ишәккә


Тәҡүә ер йөҙөндә әжерен ала икән, яуыз менән гонаһ эйәһе хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.


Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел.


Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте, һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә һуң? Изге Яҙмала әйтелгәнсә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ