25 Юлдан үтеп барған кешеләр ерҙә ятҡан мәйетте һәм уның янында торған арыҫланды күреп, ҡарт пәйғәмбәр йәшәгән ҡалаға барып һөйләне.
Ул осорҙа Бейт-Илдә өлкән йәштәге бер пәйғәмбәр йәшәй ине. Уның улдары ҡайтып атаһына Алла бәндәһенең ул көндө Бейт-Илдә нимә эшләгәнен, батшаға әйткән һүҙҙәрен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.
Алла бәндәһен юлынан кире борған пәйғәмбәр был хаҡта ишетеп: – Раббының әйткәнен тотмаған Алла бәндәһе ул, – тине. – Шуның өсөн Раббы уға ҡаршы арыҫлан ебәргән һәм арыҫлан уны талап үлтергән. Шулай итеп Раббының әйткән һүҙе бойомға ашты.