Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 13:2 - Изге Яҙма

2 Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 13:2
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ.


Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш була. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итә.


Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона.


Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.


Ҡарағыҙ, әүәл әйткәндәрем ғәмәлгә ашты. Инде хәҙер яңыларын иғлан итәм. Тормошҡа ашып өлгөрмәҫтән белдерәм».


Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.


«Тамаҡ ярып ҡысҡыр, һис тартынма, Тауышың борғолай яңғыраһын; Халҡыма – енәйәттәрен, Яҡуп нәҫеленә гонаһтарын белдер!


Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы дәүерендә – уның хакимлығының ун өсөнсө йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.


Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил!


– Эй әҙәм улы, Исраил тауҙарына пәйғәмбәрлек ит, әйт уларға: «Эй Исраил тауҙары, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


шуның өсөн, эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Тирә-яҡтағы ҡәүемдәрҙең табышына, әҙәм мәсхәрәһенә әйләнгән тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә, буп-буш ҡалған емереклектәргә һәм ташландыҡ ҡалаларға


Һине килгән юлыңдан кире борасаҡмын, теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Һине, бөтә ғәскәреңде, аттарыңды, һыбайлыларыңды, тотош ҡоралланған, эреле-ваҡлы ҡалҡандар тотҡан, ҡылыслы бөйөк сиреүеңде ҡыуып сығарасаҡмын.


Ғайса иһә: – Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуапланы.


«Мин һөйләйем, ҡолаҡ һал, күк; Ер йөҙө, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишет!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ