16 – Юҡ, мин һинең менән кире бара, өйөңә инә алмайым, – тине Алла бәндәһе. – Бында һинең менән бергә икмәгеңде ашай, һыуыңды эсә алмайым.
– Әйҙә өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашап алырһың, – тине пәйғәмбәр.
Билғам иртә менән торҙо ла Балаҡтың вәзирҙәренә: – Үҙ ерегеҙгә ҡайтығыҙ, Раббы миңә һеҙҙең менән барырға рөхсәт итмәй, – тине.
Хәйер, һеҙ ҙә бында ҡунып китегеҙ. Раббы ни әйтер икән – тағы белешермен.
Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.
– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.
Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уға сәләм бирмәгеҙ.