8 Әммә Рехавғам аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалманы һәм үҙе менән бергә үҫкән, әле янында булған ҡорҙаштары менән кәңәшләште.
Аҡһаҡалдар уға: – Әгәр ҙә һин был халыҡҡа бөгөн ҡол булып, уға хеҙмәт күрһәтһәң, уларға яуап биргәндә яҡшы һүҙеңде йәлләмәһәң, улар ғүмер буйы һинең ҡолоң булыр, – тине.
Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һораны.
Әммә Рехавғам аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай һәм үҙе менән бергә үҫкән, әле янында булған ҡорҙаштары менән кәңәшләшә.
Бөтә кәңәштәремде кире ҡаҡтығыҙ, шелтә һүҙҙәремде ҡабул итмәнегеҙ.
кәңәшемә ҡолаҡ һалмағанға, шелтә һүҙҙәремде инҡар иткәнгә күрә –
Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.
Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек.