7 Аҡһаҡалдар уға: – Әгәр ҙә һин был халыҡҡа бөгөн ҡол булып, уға хеҙмәт күрһәтһәң, уларға яуап биргәндә яҡшы һүҙеңде йәлләмәһәң, улар ғүмер буйы һинең ҡолоң булыр, – тине.
Батша аҡһаҡалдарҙың кәңәшен һанға һуҡмайынса, ҡорҙаштары әйткәнсә: – Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, мин уны тағы ла арттырырмын. Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын, – тип ҡырыҫ һөйләште.
Әммә Рехавғам аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалманы һәм үҙе менән бергә үҫкән, әле янында булған ҡорҙаштары менән кәңәшләште.
Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.
Түрәң һиңә асыуланһа ла, эшеңде ташлама. Күндәмлек ҙур хатаны ла ҡаплай.
Раббы минең менән һөйләшкән фәрештәгә йылы, йыуатҡыс һүҙҙәр менән яуап ҡайтарҙы.