6 Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һораны.
Авшалом Ахиҫофелдан: – Кәңәш бир, беҙгә инде нимә эшләргә? – тип һораны.
Тик Авшалом: – Арки Хушайҙы саҡырығыҙ әле, уның ни әйтерен тыңлап ҡарайыҡ, – тине.
Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.
Сөләймән бөтә Исраилға батшалыҡ итте.
Уның ярандары ошолар ине: Ғазаръяһ Садоҡ улы – ҡаһин;
Аҡһаҡалдарҙа аҡыл бар, Оҙон ғүмерлеләр – зирәк була.
„Әйҙә, оҙаҡ йәшәгәндәр һөйләһендәр, – тип уйланым. – Өлкәндәр аҡылға өйрәтһен“.
Үҙ дуҫыңды ла, атаң дуҫын да ташлама, бәлә килһә, туғаныңа барма: эргәләге күршең йыраҡтағы ҡәрҙәшеңдән яҡшы.
Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.