5 – Әлегә ҡайтығыҙ, – тине Рехавғам уларға, – өс көндән килерһегеҙ. Халыҡ таралды.
Батшаның: «Өс көндән килерһегеҙ», – тигән һүҙе буйынса, Яровғам менән бөтә халыҡ өс көндән һуң Рехавғамға барҙы.
Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һораны.