4 – Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды. Инде һин михнәтебеҙҙе еңеләйт, беҙҙе ҡалыптан ҡотҡар, шул сағында беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ.
Исраилдар, кеше ебәреп, Яровғамды саҡырып алдылар. Шунан Яровғам менән бөтә Исраил йәмғиәте бергә Рехавғам янына килеп былай тине:
Исраилдың бөтә төбәктәрендә Сөләймәндең ун ике өлкә башлығы бар ине. Улар батшаға һәм уның һарайына аҙыҡ-түлек килтерә торғайны. Һәр ҡайһыһы йылына бер ай буйы һарайҙы ризыҡ менән тәьмин итергә тейеш ине.
Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.
Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай.
Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,