30 Был хәл ауыр гонаһҡа килтерҙе. Халыҡ башмаҡ һынына ғибәҙәт ҡылыр өсөн Данға тиклем барып етә торған булды.
Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.
Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.
Ғомриҙың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Һинең нәҫелеңде лә Неват улы Яровғам менән Бағша улы Ахияһтың ғаиләләре кеүек үк юҡҡа сығарам, сөнки һин, Исраилды гонаһҡа батырып, Мине бик ныҡ асыуландырҙың», – тип әйтергә ҡушты.
Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы.
Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы.
ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй.
Ул көндө һәммәгеҙ ҙә, енәйәтсел ҡулығыҙ менән яһаған Алтын-көмөш боттарығыҙҙан баш тартып, бырғаясаҡһығыҙ.
Исраилдың гонаһына сәбәп булған Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер. Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр. Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!», Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр.