27 Әгәр был халыҡ Йәрүсәлимгә барып, Раббы ҡорамында ҡорбан салырға йөрөһә, күңелдәре менән ҡабат хакимдарына, Йәһүҙә батшаһы Рехавғамға, боролор. Мине үлтереп, яңынан Рехавғамға барырҙар».
Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас: – Һеңлем ул минең, – тип яуап бирҙе. Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты, сөнки Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә уны үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы.
Әммә ҡолом Дауыт хаҡына һәм бөтә Исраил ырыуҙары йәшәгән ҡалалар араһынан Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим хаҡына уға бер ырыуҙы ҡалдырам.
Яровғамдың башына: «Батшалыҡтың ҡабаттан Дауыт нәҫеленә күсеүе ихтимал, – тигән уй килде. –
Халҡың дошмандарына ҡаршы Һин күрһәткән юл менән һуғышҡа инһә һәм Һин Үҙең һайлап алған ҡалаға, мин Һиңә бағышлап төҙөгән ҡорамға боролоп Раббыға доға ҡылһа,
Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде тауҙарға төбәйем, Ҡайҙан килер икән миңә ярҙам?
Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.
Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.
Тотош яндырыу ҡорбандарын ырыуҙарығыҙҙың береһендә Раббы һайлаған урында ғына килтерегеҙ һәм мин бойорған һәр нәмәне шунда ғына эшләрһегеҙ.
Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ваҡ һәм эре малдан Аллағыҙ Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары сал.
Һин уны Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ғына сал. Ҡорбанды һин нәҡ Мысырҙан сығып киткән ваҡытта – кис ҡояш байығанда сал.