18 Рехавғам батша мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе булған Адонирамды ебәргәйне, исраилдар уны таш бәреп үлтерҙе. Рехавғам тиҙ генә яу арбаһына менеп ултырып, Йәрүсәлимгә ҡасып өлгөрҙө.
Адорам – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,
Ахишар – батша һарайы идарасыһы; Адонирам Ғавда улы – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе.
Уларҙың ун меңен ай һайын Ливанға ебәреп торҙо. Улар бер ай Ливанда була, ике айлап өйҙә ҡала ине. Батша Адонирамды бөтә эшселәргә етәксе итеп билдәләне.
Рехавғам батша мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе булған Һадорамды ебәргәс, исраилдар уны таш бәреп үлтерә. Рехавғам тиҙ генә яу арбаһына менеп ултырып, Йәрүсәлимгә ҡасып өлгөрә.
Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр.
Муса, Раббыға ялбарып, былай тине: – Был халыҡ менән ни эшләргә? Ана-бына миңә таш бәрә башларҙар.
Хатта иң ғәййәр яугир ҙә Ҡоралын ташлап ҡасыр», – тип белдерә Раббы.
Бөтә йәмғиәт уларҙы таш менән бәргесләп үлтереүҙе талап итеп ярһыны. Әммә шул саҡ Раббының шөһрәте Осрашыу сатырында бөтә исраилдарға күренде.
Ошонан һуң тәртип һаҡсылары башлыҡтары менән бергә илселәрҙе барып алып килделәр. Халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәргә көс ҡулланманылар.