Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 12:16 - Изге Яҙма

16 Батшаның үҙҙәрен тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ таралышайыҡ! Дауыт йорто инде үҙ нәҫелен генә ҡараһын! – тинеләр ҙә өйҙәренә ҡайтып киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 12:16
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер хәбәрсе Дауытҡа килеп: – Авшалом Исраил халҡының ышанысын яулап алды, – тине.


Шунан Дауыт Авишайға һәм бөтә хеҙмәтселәренә: – Үҙемдән тыуған балам мине үлтерергә йыйына икән, Бинйәмин ырыуынан булған ул бәндәнән нимә көтәһең? Теймәгеҙ, тиргәшһен әйҙә, Раббы ҡушҡан уға, – тине. –


Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.


– Минең менән килешеүҙе тотмаған, ҡушҡандарымды тыңламағанға күрә батшалығыңды тартып алам да ҡолдарыңдың береһенә бирәм.


Әммә батшалыҡты тотош алмайым. Ҡолом Дауыт һәм Үҙем һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһы хаҡына улыңа бер ырыуҙы ҡалдырам, – тине.


Әммә бойороҡтарыма һәм ҡағиҙәләремә тоғро ҡалған һәм Үҙем һайлап алған ҡолом Дауыт хаҡына Сөләймәндең ҡулынан батшалыҡты тотош тартып алмайым. Үҙе тере саҡта тәхет унда ҡалыр.


Батшалыҡты иһә уның улынан тартып алып һиңә тапшырырмын: ун ырыуҙы һиңә бирермен.


Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.


Дауыт нәҫелен Сөләймәндең гонаһтары арҡаһында язалайым, әммә мәңгелеккә түгел».


Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.


Ҡояш байыр алдынан ғәскәр араһында: – Һәр кем үҙ ҡалаһына, үҙ еренә ҡайтһын, – тигән ауаз таралды.


Батшаның халыҡты тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ, таралышайыҡ! Дауыт нәҫеле инде үҙ йортона ғына ҡараһын! – тиҙәр ҙә барыһы ла өйҙәренә ҡайтып китәләр.


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.


Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.


Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.


бары шул саҡта ғына ҡолом Дауыт менән дә килешеүем боҙолор һәм уның тәхетенә ултырып батшалыҡ иткән улы булмаҫ ине. Шулай уҡ Миңә хеҙмәт иткән Леви тоҡомонан булған ҡаһиндар менән килешеү ҙә боҙолор ине.


– Эй әҙәм улы, бер таяҡ ал да уның өҫтөнә «Йәһүҙә һәм уға теләктәш булған исраилдар» тип яҙ. Шунан икенсе бер таяҡ ал, уның өҫтөнә «Йософ һәм уға теләктәш булған бөтә Исраил халҡы» тип яҙ. Был – Әфраим таяғы.


Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ имен ҡала алмай,


Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.


Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.


– Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгелһең! – тине Петрус. – Әгәр йыумаһам, Минең менән бер уртаҡлығың да булмаҫ, – тине Ғайса.


Шулай уҡ Йеруббәғел, йәғни Гидғон йортона ла, уның күрһәткән яҡшылыҡтарына ҡарамай, тоғролоҡ һаҡламанылар.


Ғәвәд улы Ғағал уларға: – Авимәләх кем ул? Ә Шәхәм халҡы кем? Нишләп беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итергә тейеш? Ул Йеруббәғелдең улы һәм уның баш яраны Зевул түгелме? Әйҙәгеҙ, Шәхәмдең атаһы Хамор тоҡомона хеҙмәт итәйек! Ниңә беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итәбеҙ?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ