Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 12:15 - Изге Яҙма

15 Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 12:15
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ.


Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.


– Минең менән килешеүҙе тотмаған, ҡушҡандарымды тыңламағанға күрә батшалығыңды тартып алам да ҡолдарыңдың береһенә бирәм.


Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте.


Бына шулай итеп, Раббы бөтә был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки Ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте.


Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.


Кире килеп был хаҡта Йеһуға әйттеләр. – Раббының Үҙенең ҡоло Тишбе кешеһе Ильяс пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты, – тине Йеһу. – Ул: «Изевелдең мәйетен Изреғил ерендә эттәр тамаҡлаясаҡ, – тип белдергәйне. –


Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалмай, сөнки Алла ихтыяры менән шулай булырға тейеш була. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай була.


Раббы ихтыяры буйынса Ахазъяһ, Йорам янына килеп, үлемен шунда табырға тейеш була. Бында килгәс, улар Йорам менән бергәләп Нимши улы Йеһуҙы ҡаршы алырға сығалар. Йеһуҙы Раббы Ахав йортон юҡ иттерер өсөн һайлап алған була.


– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.


Әммә Амасъяһ тыңламай, сөнки, Эдом илаһтарына табынған өсөн, Алла уның кешеләрен Йеһоаш ҡулына тапшырырға ҡарар ҡылған була.


Уларҙың ауыҙҙарында дөрөҫлөк юҡ; Эстәре тулы емергес уйҙар. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, Телдәрендә – ялағайлыҡ.


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


– Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. –


Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.


Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.


Был – Раббы ихтыяры ине, әммә Шимшондың атаһы менән әсәһе был турала белмәне. Ул заманда Исраилда хакимлыҡ иткән пелештиҙәргә ҡаршы көрәшеү өсөн Раббының сәбәп эҙләүе ине.


Исраилдың Даны ялған һөйләмәҫ һәм фекерен үҙгәртмәҫ. Фекерен үҙгәртергә Ул әҙәм балаһы түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ