11 Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, Мин уны тағы ла арттырырмын, Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, Мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын», – тип әйтергә кәңәш бирҙе.
Ҡорҙаштары уға: – «Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды, инде һин уны еңеләйт», – тигәндәргә: «Минең сәтәкәй бармағым атайымдың биленән йыуаныраҡ.
Батшаның: «Өс көндән килерһегеҙ», – тигән һүҙе буйынса, Яровғам менән бөтә халыҡ өс көндән һуң Рехавғамға барҙы.
Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта.
Барығыҙ, эшләгеҙ! Һеҙгә һалам бирмәйәсәктәр, ә кирбесте элек күпме һуҡҡанһығыҙ, әле лә шул тиклем һуғырға тейешһегеҙ, – тине.
Эй ил халҡы, батшаң бала булып, түрәләрең иртә таңдан табын ҡора башлаһа, ҡайғы һиңә!
Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була.
Муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кейгән һәм уға хеҙмәт иткән ҡәүемде үҙ ерендә ҡалдырам, – тип белдерә Раббы. – Ул шул ерҙе эшкәртер, шунда йәшәр».
Һин иһә, эй әҙәм улы, уларҙың үҙҙәренән дә, һүҙҙәренән дә ҡурҡма! Улар һинең өсөн сәнскәк булһалар ҙа, үҙеңде саяндар араһында йәшәгән кеүек тойһаң да, уларҙың әйткәндәренән ҡурҡма, йөҙҙәрен күреп ҡаушама, сөнки улар – фетнәсел нәҫел.
Ана шул саҡта үҙегеҙ һайлап алған батшағыҙға ҡаршы аһ-зар орорһоғоҙ, тик Раббы ул көндө һеҙгә яуап ҡайтармаясаҡ.