8 Илаһтарына хуш еҫ төтәтһен, ҡорбан килтерә алһын өсөн бөтә ят бауыр ҡатындарына ла шундай табыныу урындары булдырҙы.
Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине.
Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.
Исраил Аллаһы Раббының уға ике тапҡыр күренеп: «Башҡа илаһтарға табынма!» – тип киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, Сөләймән Раббы юлынан тайпылды, Уның бойороғона әһәмиәт бирмәне. Шул арҡала Раббы Сөләймәнгә асыуланды.
Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы.
– Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы.
Был ҡала төҙөлгән көнөнән алып ошоғаса Мине шул ҡәҙәрле ярһытты һәм ажарландырҙы, шуға күрә уны күҙ алдымдан алып бырғайым.