Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:38 - Изге Яҙма

38 Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:38
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең йортоң, һинең батшалығың Минең хозурымда һис ҡаҡшамаҫ, тәхетең мәңге ныҡ булыр!»


Мин һине Исраилдың батшаһы итәм, йәнең теләгәндең барыһына ла хакимлыҡ итерһең.


Дауыт нәҫелен Сөләймәндең гонаһтары арҡаһында язалайым, әммә мәңгелеккә түгел».


Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы.


Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен.


– Бына һин ҡорам төҙөйһөң. Минең ҡанундарымды тотоп, ҡағиҙәләрем буйынса йәшәһәң, бойороҡтарымды үтәһәң, атайың Дауытҡа биргән вәғәҙәмде һинең аша бойомға ашырырмын.


Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.


Ҡан ашамаһағыҙ, үҙең дә, үҙеңдән һуң килгән балаларың да игелек күрер, сөнки һеҙ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәл ҡылырһығыҙ.


Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.


Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам.


Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ