Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:37 - Изге Яҙма

37 Мин һине Исраилдың батшаһы итәм, йәнең теләгәндең барыһына ла хакимлыҡ итерһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:37
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Авнер Дауытҡа: – Инде китергә рөхсәт бир, мин хакимым батшаға бөтә Исраил халҡын йыйып килтерәм. Улар һинең менән килешеү төҙөр. Һин кем өҫтөнән хакимлыҡ итергә теләйһең, шуларҙың барыһына ла батша булырһың, – тине. Шунан һуң Дауыт Авнерҙы имен-аман ҡайтарып ебәрҙе.


Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.


Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.


Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен.


Яровғамдың ҡайтҡанын ишетеп, халыҡ уны йыйынға саҡырҙы һәм Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Дауыт нәҫеленә бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.


Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым.


Ошо көмөшкә йәнегеҙ теләгәндең бөтәһен дә: башмаҡ, һарыҡ, шарап, хәмер һатып алығыҙ ҙа уларҙы ғаиләгеҙ менән Аллағыҙ Раббы хозурында ашап-эсегеҙ, күңел асығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ