29 Бер мәл Яровғам, Йәрүсәлимдән сығып, юл буйлап китеп барғанда, ҡаршыһына Шилонан Ахияһ пәйғәмбәр осраны. Ахияһ пәйғәмбәр яңы ябынса кейеп алғайны. Ул ерҙә икәүһенән башҡа бер кем дә юҡ ине.
Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.
Мин ҡолоңдоң ике улы бар ине. Бер көндө улар баҫыуҙа ыҙғышып киткәндәр, ә араларға кеше булмаған. Шунан береһе икенсеһен үлтергән.
– Минең менән килешеүҙе тотмаған, ҡушҡандарымды тыңламағанға күрә батшалығыңды тартып алам да ҡолдарыңдың береһенә бирәм.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.
Был хәбәр Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улына ла ишетелде.
Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.
Яровғамдың ҡатыны ире әйткәнсә эшләне, Шилоға, Ахияһтың өйөнә китте. Ахияһ бик ныҡ ҡартайғайны инде, күҙҙәре бөтөнләй күрмәй башлағайны.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалмай, сөнки Алла ихтыяры менән шулай булырға тейеш була. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай була.
Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.
Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.