Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:28 - Изге Яҙма

28 Яровғам иһә ифрат ҡаһарман булыуы менән танылғайны. Сөләймән был йәш егеттең булдыҡлылығын күреп, Йософ ырыуының бөтә мәжбүри эштәрҙе башҡарыусыларына етәксе итеп тәғәйенләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:28
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.


Ҡолоң үҙенең гонаһ эшләгәнен белә һәм бына бөгөн, хакимым батшаны ҡаршылар өсөн, мин Йософ ырыуынан беренсе булып килдем, – тине.


Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.


Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым.


Өҫтәүенә, эште ойоштороп, ҡарап тороусы өс мең өс йөҙ кеше тәғәйенләнде.


Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер.


Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ.


Раббыға ынтылығыҙ – Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ. Юҡһа Ул, ялҡын шикелле, Йософ йортон ялмап алыр. Бейт-Ил дә дөрләп яныр – Уны һүндереүсе булмаҫ.


Йәһүҙә халҡына көс бирәм, Йософ нәҫелен ҡотҡарам. Һөргөндән кире ҡайтарам, Сөнки уларҙы ҡыҙғанам. Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар, Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын; Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын.


Минең ҡамытым уңайлы, йөгөм еңел!


Һеҙҙең мәшәҡәттәрегеҙҙе, дәғүәләрегеҙҙе, ығы-зығыларығыҙҙы яңғыҙыма нисек күтәреп йөрөтөргә?


Улар илде ете өлөшкә бүлергә тейеш. Йәһүҙә тоҡомонда – көньяҡтағы ерҙәре, Йософ тоҡомонда төньяҡтағы ерҙәре ҡала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ