Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:26 - Изге Яҙма

26 Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:26
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Бейт-Илдән китеп, Әфраҫаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды.


Эш улай тормай. Әфраим тауҙары яғынан Бихри улы Шевағ тигән бер әҙәм Дауыт батшаға ҡаршы баш күтәрҙе. Миңә ул ғына кәрәк. Уны тотоп бирһәгеҙ, мин ҡалағыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырам. – Уның башы ошо диуарҙан ырғытылыр, – тине ҡатын Йоавҡа.


– Минең менән килешеүҙе тотмаған, ҡушҡандарымды тыңламағанға күрә батшалығыңды тартып алам да ҡолдарыңдың береһенә бирәм.


Резон Сөләймән дәүерендә Исраилдың дошманы булды. Ул Арам иленә идара итте һәм, Һадад ҡылған яуызлыҡтарға өҫтәп, Исраилға хаслыҡ ҡылырға тырышты.


Яровғам иһә ифрат ҡаһарман булыуы менән танылғайны. Сөләймән был йәш егеттең булдыҡлылығын күреп, Йософ ырыуының бөтә мәжбүри эштәрҙе башҡарыусыларына етәксе итеп тәғәйенләне.


Был хәбәр Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улына ла ишетелде.


Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.


Былар барыһы ла Яровғамдың гонаһтары һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн булды. Исраил Аллаһы Раббының уға асыуы бик ҡаты ине.


Шуға күрә, Неват улы Яровғамдың нәҫелен нисек юҡ итһәм, Бағша менән уның нәҫелен дә шулай һепереп түгәсәкмен.


Һинең нәҫелеңде лә Неват улы Яровғам менән Бағша улы Ахияһтың ғаиләләре кеүек үк юҡҡа сығарам, сөнки һин, Исраилды гонаһҡа батырып, Мине бик ныҡ асыуландырҙың», – тип әйтергә ҡушты.


Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәне. Улар батшаға һуғышсылар, ярандар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итте.


Ғазува мәрхүм булғас, Калев Әфраҫҡа өйләнә. Әфраҫ уға Хурҙы табып бирә.


Әммә Дауыт улы Сөләймәндең ҡоло Яровғам Неват улы фетнә күтәрҙе, үҙ хакимына ҡаршы сыҡты.


Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.


Ғилғәдтәр әфраимдарҙың сигенеү юлдарын ҡаплар өсөн Иордан аша кисеүҙәрҙе ҡулдарына алды һәм, ҡасып барған әфраимдарҙан берәйһе: «Аръяҡҡа сығайым әле», – тип рөхсәт һораһа, «Һин Әфраим кешеһеме?» – тип һорар булды. Ул: «Юҡ», – тип яуаплаһа,


Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде.


Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.


Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ