25 Резон Сөләймән дәүерендә Исраилдың дошманы булды. Ул Арам иленә идара итте һәм, Һадад ҡылған яуызлыҡтарға өҫтәп, Исраилға хаслыҡ ҡылырға тырышты.
Яҡуп Шимғон менән Левигә: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр!
– Атайың һарайға күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн йәриәләрен ҡалдырған, – тине Ахиҫофел Авшаломға. – Һин шулар менән йоҡла. Шул саҡ һинең атайыңда үҙеңә ҡарата ниндәй нәфрәт уятҡаныңды бөтә исраилдар ишетер ҙә һинең яҡлыларҙың көсө артыр.
эргәһенә төрлө енәйәтсел бәндәләрҙе туплай һәм шуларҙың башлығы булып ала. Дауыт Һададғәзәрҙе тар-мар иткәндән һуң, улар Дамаскка барып урынлаша һәм Резонды тәхеткә ултырта.
Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.
Инде хәҙер Раббы, минең Аллам, һәр тарафта тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер бер дошманым да юҡ, һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы.
Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.
Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.
Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.
Эдомдарҙан иһә екһенмәгеҙ, сөнки улар һеҙҙең туғанығыҙ, Мысыр халҡынан да сикәнмәгеҙ, сөнки һеҙ уларҙың ерендә килмешәк булып йәшәнегеҙ.