24 эргәһенә төрлө енәйәтсел бәндәләрҙе туплай һәм шуларҙың башлығы булып ала. Дауыт Һададғәзәрҙе тар-мар иткәндән һуң, улар Дамаскка барып урынлаша һәм Резонды тәхеткә ултырта.
кешеләрен төркөмдәргә бүлеп, төн ҡараңғылығы аҫтында дошмандарға һөжүм итте. Уларҙы тар-мар иткәс, Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хова тигән ергә тиклем баҫтырып барҙы.
Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башланы. Дауыт арамиҙарҙың ете йөҙ яу арбаһын, ҡырҡ мең һыбайлыһын юҡ итте; уларҙың ғәскәр башлығы Шовахты яраланы һәм Шовах шунда үлеп ҡалды.
Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.
Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сыҡтылар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙелделәр. Сова менән Реховтан килгән арамиҙар, Товтан һәм Мағаханан килгән кешеләр яланда айырым тора ине.
Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улы Евфрат йылғаһы буйындағы биләмәләрен кире ҡайтарыу ниәте менән килгәс, Дауыт уны ла тар-мар итте.
Резон Сөләймән дәүерендә Исраилдың дошманы булды. Ул Арам иленә идара итте һәм, Һадад ҡылған яуызлыҡтарға өҫтәп, Исраилға хаслыҡ ҡылырға тырышты.
Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:
– Килгән юлыңдан кире борол, Дамаск янындағы сүлгә бар. Унда барғас, Хазаилды Арамға батша итеп мәсехлә.
– Мин атайымдың һинең атайыңдан тартып алған ҡалаларын кире ҡайтарам, – тине Бен-Һадад. – Атайымдың Самарияла баҙарҙары булған кеүек, һин дә Дамаскта баҙарҙар яһарһың. – Килешеү төҙөгәндән һуң, мин һине ебәрермен, – тип яуапланы уға Ахав. Бен-Һадад менән килешкәндән һуң, уны ҡайтарып ебәрҙе.
Яровғамдың башҡа ғәмәлдәре, һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы, элек Йәһүҙәнеке булған Дамаск менән Хамаҫты ҡабаттан Исраилға ҡайтарғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ильясиғин Дамаскка килде. Был осорҙа Арам батшаһы Бен-Һадад ауырып ята ине. Батшаға Алла бәндәһенең ҡалала икәнен хәбәр иттеләр.
Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне.