22 – Илемә ҡайтам, тиһең, нимә минең янымда берәй нәмәгә мохтажлығың бармы әллә? – тип һораны унан фирғәүен. – Юҡ, – тип яуапланы Һадад. – Тик мине үҙ илемә ебәр инде.
Дауыт батшаның ата-бабалары хозурына күскәнен, уның ғәскәр башлығы Йоавтың да үлгәнен ишеткәс, Һадад фирғәүенгә: – Миңә үҙ илемә ҡайтырға рөхсәт бирһәң ине, – тип мөрәжәғәт итте.
Алла Әлъядағ улы Резонды ла Сөләймәнгә ҡаршы ҡуйҙы. Резон үҙенең хужаһы Сова батшаһы Һададғәзәрҙән ҡасып китеп,
Эс-бауырым уттай яна, Тәнемдә сәләмәт урыным юҡ.
Тыуған яғынан айырылған кеше гүйә ояһын ташлап киткән ҡош.
Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?
Ләкин Петрус үҙ һүҙендә ныҡ тороп: – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
Шунан шәкерттәренән: – Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораны. – Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап бирҙе шәкерттәр.