20 Тахпенестың һеңлеһе Һададҡа Генуваҫ исемле малай табып бирә. Фирғәүен ҡатыны Тахпенес был баланы һарайҙа үҙ балалары менән бергә тәрбиәләй.
Тағы былай тине: – Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем!
Һадад фирғәүендең хөрмәтен ҡаҙана. Шуға күрә Мысыр батшаһы уны үҙенең ҡатыны Тахпенестың һеңлеһенә өйләндерә.
Дауыт батшаның ата-бабалары хозурына күскәнен, уның ғәскәр башлығы Йоавтың да үлгәнен ишеткәс, Һадад фирғәүенгә: – Миңә үҙ илемә ҡайтырға рөхсәт бирһәң ине, – тип мөрәжәғәт итте.
Сабыйҙы имсәк ташлатҡас, Ханна, өс йәшлек үгеҙ, бер эфа он, бер турһыҡ шарап алып, улын Раббының Шилолағы йортона алып килде. Бала әле сабый ғына ине.