17 Ул ваҡытта бала ғына булған Һадад, атаһына хеҙмәт иткән бер нисә Эдом кешеһе менән Мысырға ҡаса.
Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул.
Йоав менән Исраил яугирҙәре Эдомда алты ай була һәм барлыҡ ир енесен үлтерә.
Улар Мидйәндән китеп, башта Паранға килә. Шунан үҙҙәренә ҡушылған бер нисә кешене эйәртеп, Мысыр батшаһы фирғәүенгә баралар. Фирғәүен Һададҡа йорт, ер бирә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды.