16 Йоав менән Исраил яугирҙәре Эдомда алты ай була һәм барлыҡ ир енесен үлтерә.
Ҡасандыр элек, Дауыт эдомдар менән һуғышҡанда, ғәскәр башлығы Йоав мәйеттәрҙе ерләргә килгәйне һәм илдәге барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡырғайны.
Ул ваҡытта бала ғына булған Һадад, атаһына хеҙмәт иткән бер нисә Эдом кешеһе менән Мысырға ҡаса.
Исраилдар, Раббы Мусаға бойорғанса, мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа китте һәм уларҙың бөтә ирҙәрен ҡырҙы.