15 Ҡасандыр элек, Дауыт эдомдар менән һуғышҡанда, ғәскәр башлығы Йоав мәйеттәрҙе ерләргә килгәйне һәм илдәге барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡырғайны.
Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине.
Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр, Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа. Әммә килер бер көн – һин ярһырһың, Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.
Дауыт Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен еңеп ҡайтҡанда үҙ исемен данға күмде.
Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.
Раббы Эдом батшалары тоҡомонан булған Һададты Сөләймәнгә дошман итте.
Йоав менән Исраил яугирҙәре Эдомда алты ай була һәм барлыҡ ир енесен үлтерә.
Улдары хәйер һорап теләнселәһен, Емерек өйөнән дә ҡыуылып сыҡһын!
Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Шуның өсөн бөтә ир балаларҙы, ир ҡуйынын күргән барлыҡ ҡатындарҙы үлтерегеҙ.
Исраилдар, Раббы Мусаға бойорғанса, мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа китте һәм уларҙың бөтә ирҙәрен ҡырҙы.
Аллағыҙ Раббы ҡаланы ҡулыңа тапшырғас, ундағы бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәр.