Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:11 - Изге Яҙма

11 – Минең менән килешеүҙе тотмаған, ҡушҡандарымды тыңламағанға күрә батшалығыңды тартып алам да ҡолдарыңдың береһенә бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:11
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә атайың Дауыт хаҡына, быны һин йәшәгән дәүерҙә түгел, улың батша булғас эшләйәсәкмен.


Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.


Бер мәл Яровғам, Йәрүсәлимдән сығып, юл буйлап китеп барғанда, ҡаршыһына Шилонан Ахияһ пәйғәмбәр осраны. Ахияһ пәйғәмбәр яңы ябынса кейеп алғайны. Ул ерҙә икәүһенән башҡа бер кем дә юҡ ине.


Шунан Яровғамға: – Ун өлөшөн үҙеңә ал, – тине. – Сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин батшалыҡты Сөләймәндең ҡулынан тартып алам да ун ырыуҙы һиңә бирәм.


Яровғамдың ҡайтҡанын ишетеп, халыҡ уны йыйынға саҡырҙы һәм Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Дауыт нәҫеленә бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.


Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар.


Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы.


Ниңә әле ят ҡәүемдәр: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тип көлә. Ҡолдарыңдың түгелгән ҡандары өсөн үс алыуың Күҙ алдыбыҙҙа бар ҡәүемдәргә мәғлүм булһын.


Мин аталарына ант итеп вәғәҙә биргән ерҙе күрмәҫ.


Мин – Раббы, һәм Миңә ҡаршы фетнә күтәргән был яуыз йәмғиәткә нәҡ әйткәнемсә эшләрмен: ошо сүллектә улар бөтәһе лә һәләк буласаҡ һәм үлеп бөтәсәк».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ