Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:1 - Изге Яҙма

1 Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:1
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Илаһтарына хуш еҫ төтәтһен, ҡорбан килтерә алһын өсөн бөтә ят бауыр ҡатындарына ла шундай табыныу урындары булдырҙы.


Йәһүҙәлә Сөләймәндең улы Рехавғам батшалыҡ итте. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә ине. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батша булды. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы ине.


Рехавғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Дауыт ҡалаһында аталары янында ерләнде. Әсәһе ғаммон ҡыҙы Нағама ине. Рехавғам урынына тәхеткә улы Авиям ултырҙы.


Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.


Сөләймән Мысыр фирғәүененең ҡыҙына өйләнде. Шул рәүешле ул фирғәүен менән туғанлашты. Кәләшен Дауыт ҡалаһына төшөрҙө. Батша һарайын, Раббы ҡорамын һәм Йәрүсәлимде уратып диуарҙар төҙөгәнгә тиклем шунда йәшәнеләр.


Ошоларҙың барыһы ла сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған һәм ҡайһы берҙәренең ҡатындары уларға бала ла тапҡайны инде.


Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.


Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.


Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.


Күҙҙәрең сәйер нәмәләр күрер, күңелеңә йүнһеҙ уйҙар килер.


Ҡеүәтеңде ҡатындарға бирмә, батшаларҙы бөлгөнлөккә төшөрөүселәргә юлыңды бирмә.


Улар һине яман ҡатындан аралар, юха телле ят ҡатындан ҡурсалар.


Улар һине кеше ҡатынынан, татлы телле ят ҡатындан аралар.


Ҡатының тере ваҡытта, уға көндәш булмаһын өсөн, уның ҡыҙ туғанына өйләнмә һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылма.


Йөрәге хаҡ юлдан тайпылмаһын өсөн батшағыҙ күп ҡатын алмаһын. Шулай уҡ көмөш менән алтынды ла артыҡ йыймаһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ