8 Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.
Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең ҡаҙаныштарыңдың яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Аҡылың да, мал-мөлкәтең дә мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә артығыраҡ.
Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һораны.
Иманлының һүҙе күптәрҙе туҡландыра, ахмаҡты үҙ алйотлоғо һәләк итә.
Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.
Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер.
Мине тыңлап, көн һайын ҡапҡам төбәндә уяу торғандар, ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле.
Беҙгә килгән халдейҙар алдында вәкилегеҙ булыр өсөн мин Миспала ҡалам. Ә һеҙ йәйге емештәр йыйығыҙ, шарап, зәйтүн майы әҙерләп, һауыттарға һалып ҡуйығыҙ, үҙегеҙ биләгән ҡалаларҙа йәшәгеҙ.
Ә Ғайса уға: – Дөрөҫ, ләкин Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгән кешеләр бәхетлерәк, – тип яуапланы.
Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.