Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 10:7 - Изге Яҙма

7 Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең ҡаҙаныштарыңдың яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Аҡылың да, мал-мөлкәтең дә мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә артығыраҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 10:7
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – тине ул батшаға. –


Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.


Кеше йәненең баһаһы ифрат ҡиммәт – Кеше мәңге ғүмер һөрә алһын, Бер ваҡытта ла ҡәбергә кермәһен өсөн Һис ҡасан түләп бөтөрлөк түгел.


Үҙенә өмөт бағлағандарға Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә. Борондан бирле Һинән башҡаны Һис бер күҙҙең күргәне, Һис берәүҙең ишеткәне, Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы.


Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил! Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап, Яңы шарап эсеп, һау-сәләмәт үҫер.


Ғайсаның тере булыуын һәм Мәрйәмдең Уны күреүен ишетһәләр ҙә, ышанманылар.


Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».


Һөйөклөләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ билдәһеҙ әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ