28 Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерҙеләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып алды.
Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.
Улар көтөү-көтөү малдарын алып килде, Йософ икмәкте мал-тыуарға: ат, һарыҡ, кәзә, һыйыр, ишәктәргә алмашып бирә башланы. Бер йыл буйы шулай булды.
Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм башҡа яҡтарҙан килтерәләр.
Түшәгемә парсалы мысыр туҡымалары йәйҙем.
Етен тылҡыусылар өмөтһөҙлөккә төшөр, Туҡыусылар ағарынып ҡатыр.
Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?
Елкәндәрең Мысырҙың нағышлы нәфис етененән ине, Улар һиңә байраҡ булып хеҙмәт итте. Япмаларың Әлиша ярҙарынанкилтерелгән Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл туҡыманан булды.
Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.