Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 10:24 - Изге Яҙма

24 Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн бөтә донъя уны күрергә атлығып тора ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 10:24
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.


Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?


Алла Сөләймәнгә былай тип яуап бирә: – Йөрәк түреңдә нәҡ ошо уй ятҡанға күрә, мал-мөлкәт, дан-шөһрәт, дошмандарыңдың йәнен йә булмаһа үҙеңә оҙон ғүмер түгел, ә Мин һине батша итеп ҡуйған халҡыма идара итерлек зиһен үә ғилем һорағаның өсөн,


зиһен үә ғилем бирелер һиңә. Ә мал-мөлкәтте, дан-шөһрәтте Мин һиңә былай ҙа бик мул бирермен – һиңә тиклемге батшаларҙың да, һинән һуң киләсәктәренең дә береһендә лә ул тиклем булмаған да, булмаҫ та.


Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.


Гүзәллегең хаҡында ҡәүемдәр араһында дан таралды, сөнки Мин һиңә биргән күркәмлек гүзәллегеңде камил иткәйне, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә, быларҙың барыһына өҫтәп, һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.


Һине, аталарым Аллаһын, маҡтайым һәм данлайым, Һин миңә хикмәт һәм ҡөҙрәт бирҙең! Бөгөн миңә үтенесебеҙҙе астың, Батшаның һорағанын аңлаттың.


Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә, илаһи зирәклеккә эйә булғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ