Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 10:20 - Изге Яҙма

20 Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны юҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 10:20
6 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған Йәш арыҫлан һин, Йәһүҙә. Гүйә ул арыҫлан – ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан – Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?


Тәхеттең баҫҡыстары алтау, артҡы һөйәнгесенең юғары өлөшө түңәрәкләнеп тора. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған.


Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан яһалғайны, көмөш бөтөнләй тотонолманы, сөнки Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнгәйне.


Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына, Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».


Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»


Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ