14 Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килтерелә торғайны.
Сөләймән батша Шева батшабикәһенә үҙе биргән затлы бүләктәр һәм мул күстәнәстәрҙән тыш, йәне нимә теләй, шуларҙың барыһын да бирҙе. Шунан һуң батшабикә хеҙмәтселәре менән үҙ иленә ҡайтып китте.
Һорамағаныңды ла бирәм һиңә: йәшәгән осороңда бер генә батша ла ирешә алмаған мал-мөлкәткә эйә булырһың һәм дан ҡаҙанырһың.
Улар Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ егерме талант алтын алып ҡайтып бирҙе.
Шулай уҡ үҙемә алтын-көмөш йыйҙым, бөтә өлкәләрҙән батшаларса хазиналар тупланым. Ир һәм ҡатын йырсылар, шулай уҡ ир-ат кинәнесе – кәнизәктәр аҫраным.