12 Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына болдор тотҡалары, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһатты. Быға саҡлы шул тиклем күп затлы ағастың килтерелгәне лә, күрелгәне лә юҡ ине.
Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты.
Шул осорҙа Хирамдың караптары Офирҙан алтын менән бергә бик күп затлы ағас, аҫыл таштар алып ҡайтты.
Сөләймән батша Шева батшабикәһенә үҙе биргән затлы бүләктәр һәм мул күстәнәстәрҙән тыш, йәне нимә теләй, шуларҙың барыһын да бирҙе. Шунан һуң батшабикә хеҙмәтселәре менән үҙ иленә ҡайтып китте.
дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш.
Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына баҫҡыстар, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһата. Йәһүҙә ерендә ошоғаса быға оҡшаш бер ни күрелгәне булмай.