Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 10:10 - Изге Яҙма

10 Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгәйне. Ул батшаға бүләк иткән тиклем еҫле майҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне юҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 10:10
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.


Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төштө; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлағайны. Батшабикә Сөләймәнгә килде һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләште.


Шунан Хирам Сөләймән батшаға йөҙ егерме талант алтын ебәрҙе.


Әйҙә исемдәре тормош китабынан һыҙылһын, Тәҡүәләр менән йәнәшә яҙылмаһын!


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Әгәр ҙә шулай уйлаһам, Һинең балаларыңа хыянат иткән булыр инем.


Раббы Мусаға былай тине: – Тигеҙ күләмдә бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал.


Алтын да бар, аҫылташтар ҙа, ләкин иң ҡиммәтлеһе – белемле тел.


Шулай уҡ үҙемә алтын-көмөш йыйҙым, бөтә өлкәләрҙән батшаларса хазиналар тупланым. Ир һәм ҡатын йырсылар, шулай уҡ ир-ат кинәнесе – кәнизәктәр аҫраным.


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Ҡала Алла шөһрәтенән балҡып тора ине. Уның балҡышы аҫылташ емелдәүенә, гәлсәрҙәй үтәнән-үтә күренмәле йәшмәгә оҡшағайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ