6 Атаһы иһә бер ваҡытта ла уны: «Нишләп улай итәһең?» – тип тыйманы. Авшаломдан ҡала донъяға килгән Адонияһ төҫкә-башҡа уның һымаҡ уҡ сибәр ине.
Бөтөн Исраилда Авшалом һымаҡ күркәмлеге өсөн маҡталған бер генә ир-ат та юҡ ине. Баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем бер генә килмәгән ере лә юҡ ине уның.
– Нишләп Адонияһҡа Шунем ҡыҙы Авишагты һорайһың? – тине Сөләймән әсәһенә. – Һин уға батшалыҡты ла һора. Ул бит миңә ағай. Әвйәҫәр ҡаһин менән Серуяһ улы Йоав та уның яҡлы.
өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан;
Бала башындағы иҫәрлекте тәртип сыбығы тиҙ ҡыуып сығарыр.
Сыбыҡ менән өгөт аҡылға ултыртыр, үҙ яйына ҡуйылған бала әсәһенә хурлыҡ килтерер.
Йүгереп барып Шаулды алып килделәр. Ул халыҡ араһына баҫты. Буйға бөтәһенән дә бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.
Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.
Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.