52 – Әгәр ул намыҫлы кеше булып ҡала алһа, башындағы бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ, – тип яуапланы Сөләймән. – Ә инде эсендә мәкер бар икән, үлтерелер.
– Улайһа, батшам, Аллаң Раббы менән ант итһәң ине, – тине уға ҡатын, – ҡан өсөн үс алыу үлемгә үлем өҫтәмәһен, улар улымды үлтермәһен. – Тере Раббы шаһит! Улыңдың башынан бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ.
Был хаҡта Сөләймәнгә хәбәр иттеләр. – Адонияһ Сөләймән батшанан ҡурҡа, – тинеләр. – Ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен тотҡан да: «Башта Сөләймән батша мин ҡолон ҡылыс менән сапҡылап үлтермәҫкә ант итһен», – тип әйтә.
Сөләймән батша кешеләр ебәреп Адонияһты ҡорбан усағынан килтертте. Адонияһ инеп уның алдында ергә ҡапланды. Сөләймән уға: – Бар, өйөңә ҡайт, – тине.
Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ, Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор.
Дөрөҫлөк юлында булғанды тоғролоғо ҡотҡарыр, яуызды ҡылған гонаһы һәләк итер.
Алла – ғәҙел, Ул яуыздарҙың йортон күҙәтеп тора, уларҙы бәләгә дусар итә.
Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы.
Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә төшмәҫ.
Шуға күрә үтенәм, ашап алығыҙ, был ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итер. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, – тине ул.
Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды.